“I Исҡужин уҡыуҙары”

19 апрель көндө Кумертау ҡалаһының М.Исҡужин исемендәге 13-сө мәктәптә “I Исҡужин уҡыуҙары” республика фәнни – ғәмәли конференцияһы уҙғарылды. Конференцияның пленар ултырышы 3-сө Башҡорт республика гимназия- интернатында үтте. Уҡыусылар тарафынан ҙур булмаған концерт күрһәтелде, артабан секцион эштәр 13-сө мәктәптә дауам итте. Шул мәктәп уҡыусылары һәм килгән ҡунаҡтар М.Ғ.Исҡужин һәйкәленә сәскә һалдылар.

Был конференцияға М.Аҡмулла исемендәге БДПУ уҡытыусылары,  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитетының баш белгесе Күзбәкова Р.А., Калинин районы башҡорттары ҡоролотайының Башҡарма комитеты рәйесе Иҫәнов Р.Ш. һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылғайны. Фәнни-ғәмәли конференцияға республиканың төрлө мәктәптәренән уҡыусылар килгәйне. Уҡыусылар сығыш яһаған арала башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусыларына Күзбәкова Р.А. етәкселегендә “Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу проблемалары” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

М.Ғ.Исҡужиндың  тыуыуына 90 йыл айҡанлы үткәрелгән “I Исҡужин уҡыуҙары” республика фәнни – ғәмәли конференцияһында Зәйнәб Биишева исемендәге №140-сы Башҡорт гимназияһы ситтә ҡалманы, уҡыусыбыҙ Рәхимова Гүзәлиә  уңышлы сығыш яһаны. Уҡыусы  үҙ  сығышында  мәғрифәтсе Мөхәмәтғәли ағай асҡан мәктәптәрҙең  бөгөнгө көндә ижади  яҡтан үҫеүен, заман талаптарына яраҡлы  эшләүе тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе һәм II урын яуланы. Уңыштар һиңә, Гүзәлиә!

Фәнни –ғәмәли конференция ҡатнашҡан ҡунаҡтарҙың, сығыш яһаған уҡыусыларҙың күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

 

Искәндәрова Ә.Ә., башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусыһы

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *