Башкирская гимназия № 140

  • Полный экран
  • Широкий экран
  • Узкий экран
  • Увеличить шрифт
  • Стандартный шрифт
  • Уменьшить шрифт

“Артһын өсөн халҡым мәртәбәһе”

E-mail Печать PDF

dsc06724

8 октябрь көнө 44-се  Балалар китапханаһында  “Артһын өсөн халҡым мәртәбәһе” исемле хәтер кисәһе үтте.

Ул Башҡортостандың билдәле шағиры Рауил Ниғмәтуллиндың тыуыуына 75 йыл айҡанлы үткәрелде. Хәтер кисәһендә З.Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы уҡыусылары Рауил Ниғмәтуллин шиғырҙарын яттан һөйләнеләр. Кисәгә шағирҙың һеңлеһе Нурия Мырҙағалина, ҡустыһы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әнүәр Хөрмәт улы Ниғмәтуллин , әҙиптең Зөһрә ҡыҙы һәм шағирҙың дуҫтары, ҡәләмдәштәре, китапханасылар, уҡыусылар  саҡырылғайны. Шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙы Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Вәхит Хызыров башҡарҙы.

Кисәне йомғаҡлап шағирҙың ҡыҙы Зөһрә килгән ҡунаҡтарға оло рәхмәтен белдерҙе, ә ейәнсәрҙәре Әлиә менән Гүзәл ҡарталарының шиғырын һөйләнеләр.

Вы здесь Главная