“Халыҡ күңеленә өмөт сәсеп, йыр игеүсе сәсәниә”

Печать

Әҙәбиәт йылы айҡанлы 14 майҙа З.Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында билдәле сәсәниә, ҡобайырсы, С.Юлаев ордены кавалеры , филология фәндәре докторы Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангареева менән ҡала күләмендә осрашыу үтте. Осрашыу “Халыҡ күңеленә өмөт сәсеп, йыр игеүсе сәсәниә”тигән исем аҫтында үткәрелде. Осрашыуға ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм гимназияның 5-9-сы кластары саҡырылды. Гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары сығыш яһаны. Килгән ҡунаҡтарға, уҡыусыларға, уҡытыусыларға оҫталыҡ дәресе күрһәтте, үҙенең ҡобайырҙарын көйләп әйтте. Сәсәниәнең сығышын ихлас күңел менән  тыңланылар, уның ҡуйған ҡобайыр-һорауҙарына балалар тырышып яуап бирҙеләр. Был осрашыуҙан барыһы ла бик күп фәһем алды һәм  ҡәнәғәт ҡалды.

 

14 мая 2015года в рамках мероприятий, посвященных Году литературы, в МБОУ БГ№140 им.З.Биишевой состоялась  городское мероприятие на тему “Халыҡ күңеленә өмөт сәсеп, йыр игеүсе сәсәниә” с участием Султангареевой Розалии Асфандияровны, доктора филологических наук, кавалера ордена Салавата Юлаева. Она  — единственная сэсэния в республике.  Обучающиеся и учителя  приготовили музыкальное приветствие. Розалия апай Султангареева  выступила перед обучающимися 5-9 классов БГ №140им.З.Биишевой  и перед учителями башкирского языка и литературы города, организовала мастер-класс по подготовке юных сказателей — исполнителей эпоса «Урал батыр». Встреча была интересной и полезной для гимназии.